Яңауыл ҡалаһында үткән Фәтих Иҡсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы” республика бәйгеһендә беҙҙең гармунсыларыбыҙ яҡшы сығыш яһаны.
Был сарала республиканан, Удмурт Республикаһы, Пермь крайы, Ханты-Манси автономиялы округынан 70-тән ашыу һәүәҫкәр гармунсы, 25 ансамбль ҡатнашты. Беҙҙең Салауат районы данын Арҡауыл һәм Мәсетле ауылдары мәҙәниәт йорто мөдирҙәре Рөстәм Хәкимов менән Юлай Тажиев, Ишембай ауыл биләмәһе башлығы Ралим Ғәҙелшин яҡланы. Тәүге дуэт попурри һәм ауыл көйҙәрен уйнап, “Башҡарыу йолаларын һаҡлаған өсөн” номинацияһы менән бүләкләнде. Төньяҡ-көнсығыш райондары араһында өс йыл рәттән алдынғы һәм призлы урындарҙы бирмәгән оҫта гармунсыларыбыҙ Рөстәм Ғиниәт улы менән Юлай Ким улы 2013 йылда ла Яңауылда уҙғарылған ошо бәйгелә номинация алғайны.
Ишембайҙан Ралим Риф улы был байрамда олатаһы һуғыштан йөрөтөп алып ҡайтҡан гармунда сығыш яһаған. Ул бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлап, хәрби көйҙәрҙе башҡарып, ҡатнашыусы дипломы менән билдәләнгән.
Бөгөн, күпселектә электрон музыка өҫтөнлөк иткәндә, ауылдарҙа тальян моңдары тынып ҡалғандай. Тап үҙебеҙҙең талантлы гармунсыларыбыҙ ошо музыка ҡоралында уйнау традицияларының онотолоуына юл ҡуймай. Ундайҙарҙы күтәрергә, дәртләндерергә кәрәк. Ләкин, Юлай Тажиев әйтеүенсә, Мәсетле клубына вәғәҙә ителгән яңы гармун әле һаман хыялда ғына ҡала.
Айҙар НОҒАМАНОВ.