Шаулап-гөрләп Мәҙәниәт йылы уҙып бара. Бөтә ауылдарҙа байрам тантаналары үткәрелә, район халҡы төрлө мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҙәниәт усаҡтары дөрләп янып, кешеләргә йылылыҡ, яҡтылыҡ таратырға тейештер ҙә бит… Тик Йонос ауылы халҡы быларҙың барыһынан мәхрүм. Сөнки күп йылдар элек ябылған клуб ишегендә әле һаман йоҙаҡ элеүле. Беҙгә түрәләр, депутаттар һайлағанда, йылына бер тапҡыр йыйылыш үткәргәндә генә килә , аҙаҡ күҙҙәрен дә күрһәтмәй. Йыл һайын, ошондай ремонт кәрәк, былай итербеҙ, тегеләй итербеҙ, тигән вәғәҙәләре тик ҡағыҙҙа ғына ҡала килә. Клуб та ремонтланмай, зыярат та, шишмә лә кәртәләнмәй – йылдар артынан йылдар үтә генә. Ә ҡағыҙ барыһын да күтәрә.
Ялға ҡайтҡан йәштәр ҡайҙа барырға белмәй, ары һуғыла, бире һуғыла, йәки машиналарға тейәлеп, башҡа ауыл клубтарына сығып китә. Ә был хәүефһеҙ түгел: юлда ниндәй хәл булмаҫ! Өлкән йәштәгеләр ҙә һәр байрам еткән һайын: “Их, клубҡа барып, концерт ҡарар инек, шыршы тирәһендә бейешер инек”,– тиҙәр.
Хас әкиәттәгесә, ярыҡ ялғаш төбөндә өмөтөн өҙмәй көтә йоностар. Ә бәлки… “алтын балыҡ” килеп сығыр ҙа барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрер: клуб та булыр, шәфҡәт туташы ебәрһәләр, медпункт та эшләй башлар, мәктәптә балалар тауышы ла яңғырар! Тик был хыял ғына булып ҡалмаһын өсөн уйланырға урын бар, йәмәғәт! Йоностарҙың аһ-зарын, бәлки, был юлы Әлкә ауылы хакимиәте, район етәкселәре, ярышып-ярышып һайланған депутаттар ишетер, йөк урынынан ҡуҙғалыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Йонос ауылы халҡы исеменән Гөлнур Байдәүләтова.