Салауат ауыл биләмәһе хакимиәте эшмәкәрлеген тикшергәндә, Малаяҙ ауылы территорияһындағы юлды файҙаланыуҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡануниәте боҙолоуы асыҡланды.
Һауа температураһының ҡапыл үҙгәреүе арҡаһында Малаяҙ ауылының автомобиль юлдары һәм йәйәүлеләр тротуарында боҙлауыҡ барлыҡҡа килде. Ә Салауат ауыл советы биләмәһе хакимиәте уларға ваҡытында ҡом һибеү сараһын күрмәне. Шулай уҡ СССР-ҙың 60 йыллығы, Коммунистик, Мәктәп урамдары, Совет һәм Социалистик урамдары сатындағы юлдарҙа соҡор-саҡырҙар булыуы асыҡланды.
Бынан тыш, алдағы тикшереү мәлендә ер һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау ҡануниәте буйынса ла етешһеҙлектәр табылды. Малаяҙ ауылының 1-се һәм 2-се балалар баҡсалары биләмәһе эргәһендәге ер участкаларында законлы рәүештә рәсмиләштерелмәгән гараж бокстары һәм хужалыҡ ҡаралтылары урынлашҡан. Гараждар араһындағы көнкүреш ҡалдыҡтарынан санкцияһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү сараһы күрелмәгән. Белем биреү учреждениелары урынлашҡан урамдарҙы 18.00 сәғәттән һуң яҡтыртыу ойошторолмаған, был бәлиғ булмаған балаларҙың ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф тыуҙыра.
Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн ауыл биләмәһе хакимиәтенә күрһәтмә бирелеп, ғәйепле кеше прокурор ҡарары менән РФ КоАП-ның 12.34-се статьяһы буйынса (юлдарҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү талаптарын үтәмәгәнгә) административ яуапҡа тарттырылып, штраф һалынды.
Нияз Фәйезов,
район прокуроры ярҙамсыһы.