26 февралдә Лағыр ауылы мәҙәниәт йортонда район кимәлендәге йыр бәйгеһе үткәрелде. Төрлө ауылдарҙан килгән конкурсанттарҙы ҡайнар сәй менән ҡаршылап, теркәү ойоштороу менән сәхнәгә Лағыр урта мәктәбе уҡыусылары сыҡты.
Хәбир Ғәлимовтың бала сағын һүрәтләгән был сценарийҙа төрлө класс уҡыусылары ҡатнашты. Боронғо уйындар уйнанылар, халыҡ йырҙарын да башҡарҙылар. Бигерәк тә 1-се класс уҡыусыһы Нил Бәшировтың яҡташыбыҙ репертуарынан “Ялсығол” йырын башҡарыуы айырыуса оҡшаны. Уға музей фондынан махсус бүләк һәм Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды.
Художество етәксеһе Рәүиә Яныбаева халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы берәм-берәм сәхнәгә саҡырып, улар тураһында һөйләп, йырҙарҙың йөрәктән сыҡҡан моңдары менән һоҡланып, матур-матур һүҙҙәр менән аңлатып, бәйгене бик оҫта итеп алып барҙы.
Үҙенең скрипка моңо менән сәхнәне биҙәгән Зөбәржәт Ғәйфуллинаның сығышын халыҡ алҡышлап ҡаршы алды. Земфира Әхтәрова ла, Хәбир Ғәлимовтың пианинола уйнағанын һөйләп, “Былбылым” йырын башҡарҙы. Ә инде башҡа бәйгеселәр ҙур оҫталыҡ менән “Уралым” йырын йырланы. Һөҙөмтәлә Янғантауҙан Азамат Нуриев Гран-при яуланы, Ишембайҙан Винер Ҡәҙербаев 1-се урын алды. Икенсе урынға Мәсетле егете Вадим Хизбуллин “Арғужа” йырын башҡарып сыҡты. Ә инде Лағырҙан Гөлсәсәк Нурмөхәмәтова ҡарт олатаһының яратып йырлаған “Сәлимәкәй”ҙе башҡарып, 3-сө урынға лайыҡ булды.