Таймый ауылында “Реаль эштәр” көнөндә балалар өсөн байрам ойошторолдо.
Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проектына ярашлы бүленгән 100 мең һум аҡсаға алынған балалар майҙансығында үтте. Был көндө уйын майҙансығының тирә-яғы ҡарҙан таҙартылды. Сараны үткәреү урыны флагтар, шарҙар менән биҙәлде, ҡатнашыусыларға байрам табыны әҙерләнде. Ойоштороу эшендә Таймый ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әүҙемлек күрһәтте.
Балалар байрамы ауыл биләмәһе башлығы Ильяс Минһажевтың ҡотлауы һәм район Советы депутаты, төп бағыусыбыҙ Илдар Заһиҙуллиндың сәләмләү һүҙҙәренән башланды. Сарала балалар һәм өлкәндәр ҡатнашты.
Күңелле старттар ике урында үтте. Ике команда үҙ-ара ярышһа, башҡалар балалар майҙансығында уйнаны, бейене. Байрам сәләмәтлек өсөн файҙалы булды, яҡшы кәйеф бүләк итте. Һуңынан балаларға тәмле күстәнәстәр таратылды, улар шулай уҡ сәй һәм ҡоймаҡ менән дә һыйланды.
Альбина Латипова,
Таймый ауыл биләмәһе хакимиәтенең
йәштәр эше белгесе.