22 декабрҙә Өфө ҡалаһына Башҡортостан Республикаһы Башлығы шыршыһына барыу бәхете тейҙе.
Өфөгә барып төшкәс тә беҙҙе Ҡыйғы районы уҡыусылары менән бергә “Салют” һауыҡтырыу лагерына урынлаштырҙылар. Байрам шифаханала уҡ башланды. Кисен әкиәт геройҙары ҡатнашлығында Яңы йыл дискотекаһы ойошторолдо.
Иртәгәһен “Башҡортостан” дәүләт концерт залында төп шыршы байрамына бөтә Башҡортостандан 800-ләп уҡыусы йыйылды.
Әкиәткә сәйәхәт концерт залының фойеһында уҡ башланды. Тантаналы өлөштә, әлбиттә, яңы йылдың төп тылсымсыһы – Ҡыш бабай үҙенең ейәнсәре Ҡарһылыу менән ҡаршы алды. Уҡыусыларҙы Башҡортостан Башлығы исеменән республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡотланы.
Һуңынан беҙ “Яңы йыл биттәре буйлап, йәки Әкиәттәрҙе урлаусылар” театрлаштырылған тамаша ҡараныҡ. Ниндәй генә әкиәт геройҙарын күрмәнек, шулай ҙа иң яҡыны “Мөғжизәләр иленән” Алиса булғандыр. Яңы йылға мөғжизә булып әкиәттәр беҙгә кире ҡайтты.
Асыҡ, сағыу декорациялар, геройҙарҙың матур костюмдары, ә иң мөһиме, балаларҙың шатлығы, яңы дуҫтар онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Яңы йыл шыршыһы иҫтәлеге итеп барыһына ла йомшаҡ уйынсыҡтар – йыл символы Маймыл, китап һәм күстәнәстәр бүләк иттеләр.
Ошо тылсымлы илгә барып ҡайтыуҙа ярҙам күрһәткән район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә, ЮХХДИ бүлексәһе, делегация етәксеһе Әминә Кәшфетдин ҡыҙы Ғималетдинова, Ҡыйғы район мәғариф бүлеге методисы Диана Кәбирйән ҡыҙы Зәбиғуллина, водитель Владир Ҡадировҡа рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Алиса Ҡәйүмова,
Малаяҙ башҡорт гимназияһының