Лағыр ауылының үҙәгендә урынлашҡан, заманса йәшкелт-һары сайдинг менән эшләнгән йортҡа һәр кем ярҙам ҡулы һорап килә. Эстәре төшкән, билдән яҙып интеккән, остеохондроз сире борсоған, аяҡ-ҡул быуындары сыҡҡан, мейеһе һелкенгән, дауахана юлдарын тапап, дауа таба алмағандар – барыһы ла был өйҙөң хужабикәһенә мөрәжәғәт итә. Изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, йомшаҡ, шифалы ҡуллы Зөләйха Мораҙымованы әүлиә, халыҡ табибәһе тип тә йөрөтәләр.
Изгелек нуры таратҡан, ғүмерен кешеләрҙе дауалауға арнаған Зөләйха Йыһанша ҡыҙының тормошо, бигерәк тә балалыҡ йылдары ауыр була. Уның атаһы репрессияға эләгә, әсәһе Зөлхиә алты бала менән бер үҙе, ә Зөләйха әсәһенең йөрәк аҫтында булғанда уҡ атайһыҙ тороп ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы, аслыҡ йылдары береһен дә йәлләмәгән кеүек, Таяровтарҙы ла ҡыҙғанмай. Ауыр йылдарҙы Зөләйха Йыһанша ҡыҙы һәм уның ағаһы ғына еңеп сыға ала. Ә дүрт бала, ҡышлаған башаҡ ашап, яҡты донъя менән хушлаша.
Һуғыш тамамланғас та тормош еңеләймәй. Шулай ҙа Зөләйха апай белем алыу теләге менән яна, һәм алты саҡрым йыраҡлыҡта урынлашҡан Мөрсәлим ауылына йәйәү йөрөп уҡый башлай. Тик бер ни тиклем ваҡыттан, ас-яланғас, һыуыҡта йөрөгән балаһын әсәһе йәлләп, ҡыҙын кире күндерә. Бик йәш көйөнсә эшкә тотона ул. Мал ҡараусы, һыйыр һауыусы ла була. Үҙе кеүек тырыш, эшһөйәр егет Ҡылысбай Миндияр улы менән тормошон бәйләп, алты балаға ғүмер биреп, оҙаҡ йылдар татыу йәшәйҙәр улар. Тик бынан 9 йыл элек тормош иптәше, барыһын да ауыр ҡайғыға һалып, вафат була.
Ауырлыҡтар утында сыныҡҡан, тормош елдәре алдында һынып ҡалмаған Зөләйха Йыһанша ҡыҙы кешеләрҙе дауалап ҡына ҡалмай, уларҙы түҙемле, көслө булырға ла өйрәтә.