Быйылдан урындағы үҙидара органдары депутаттарына ҡағылышлы федераль закон үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, барлыҡ кимәлдәге депутаттарҙан килеме, сығымы һәм мөлкәте хаҡында отчет биреү талап ителә. Шулай итеп, урындағы үҙидара органдарының әһәмиәте генә түгел, ә яуаплылыҡтары ла артты.
Малаяҙҙа үткән төбәк-ара семинар-кәңәшмә урындағы үҙидара органдарының көнүҙәк мәсьәләләре, кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле проблемалар һәм бурыстар хаҡында төплө һәм файҙалы һөйләшеүгә әйләнде. Сарала Балаҡатай, Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы һәм Салауат райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары, эштәр идарасылары һәм кадрҙар буйынса хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте вәкиле Рөстәм Хәйҙәров закон нигеҙендә хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙе төрлө юҫыҡта ҡараны, килем, сығым һәм мөлкәт хаҡында ентекләп һөйләне, отчеттарҙы нисек дөрөҫ итеп эшләргә өйрәтте. Семинар барышында һәр белгес үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауға төплө яуап алды.
Закон ҡабул ителһә лә, уны инҡар итеүселәр, үҙ бурыстарын теүәл үтәмәгән депутаттар бар. Был турала район прокуроры вазифаһын башҡарыусы Рәвил Ғилманов һөйләне һәм барыһын да закондарҙы боҙмаҫҡа саҡырҙы. Кире осраҡта, ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, халыҡ һайлаусыһының депутат вәкәләте алдан туҡтатыласаҡ.
Район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов та сығыш яһап, яңы закондың әһәмиәте тураһында бәйән итте.
– Беҙҙең районда барыһы 170 депутат иҫәпләнә. Был закон ҡабул ителгәс, бәлки, ҡайһы берәүҙәр депутат булғанына үкенеп тә ҡуйғандыр. Әммә был закон кәрәкле һәм әһәмиәтле, тип уйлайым. Депутаттар ғына түгел, ә башҡалар ҙа дөрөҫ, намыҫлы йәшәргә тейеш, – тине семинар һуңында район башлығы Ғәли Хәйретдинов.
Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.