Беҙ – Салауат тоҡомо,
Йөрәктәрҙә еңеү осҡоно.
Күп юлдар бар беҙгә уҙаһы,
Бик күп үрҙәр әле яулайһы.
Сараның төп маҡсаты башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың исемен мәңгеләштереү, сәләмәт тормошто пропагандалау һәм йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу булды. Ҡар яуып, буранлап тороуға ҡарамаҫтан, һәр кем күтәренке кәйеф, яҡты сырай, ә иң мөһиме, еңеүгә ынтылыш менән килгәйне был ярышҡа. Саңғыға ауыл йәштәре генә түгел, хатта ойошма етәкселәре, спорт ветерандары ла баҫты.
Ишембай һәм Әлкә ауылы биләмәләренән килгән саңғысыларҙы район хакимиәте башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров тәбрикләп:
– Ҡасандыр ошо юлдарҙан Салауат Юлаев, Юлай Аҙналин һәм башҡа батырҙарыбыҙ саңғыла йөрөгән. Бөгөн һеҙ ошо саңғы маршруты буйынса Тәкәйгә тиклем барасаҡһығыҙ. Районда беренсе тапҡыр үткәрелгән "Салауат саңғыһы – 2020" ярышы йолаға инеп, йыл һайын да үткәрелер, тип ышанам!–тине ул.!
4 километр арауыҡтағы саңғы ярыштарына старт бирелеү менән саңғысылар Әлкә ауылының осонан ҡуҙғалып, Тәкәйгә ыңғайланы. Ҡайһы берҙәре саңғыла шундай етеҙ шыуҙы, ҡышҡы буран да уларҙы ҡыуып тота алмаҫ кеүек тойолдо.
Йәштәр араһынан егеттәрҙән Юлай ауылынан Нур Ғәйнетдиновҡа етеүселәр булмаһа, ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Ишембайҙан Гөлгөнә Ғазаҡова финишҡа беренсе килде. Әлкәнән Айрат һәм Гөлзана Ғәйнетдиновтар икенсе урын яулаһа, өсөнсө урынға Ишембайҙан Рәфил Йомағужин һәм шул уҡ ауылдан Аразгөл Ғазаҡова лайыҡ булды.