Элек-электән уҡытыусылар белем биреүҙе тәрбиә эше менән тығыҙ бәйләнештә алып бара. Ысын педагог һәм тәрбиәсе шиғыр ятлатһынмы, йыр өйрәтһенме – көн һайын да баланың рухын үҫтереү, белемен арттырыу, уны шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур тырышлыҡ һала.
Шуныһы ҡыуаныслы, районыбыҙҙа эшен мөкиббән китеп яратҡан, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған, белемле, тәжрибәле уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр бихисап. Районыбыҙҙа нисәнсе йыл рәттән уҙғарылған "Йыл уҡытыусыһы" һәм "Йыл тәрбиәсеһе" конкурстары быға дәлил булып тора.
2 мартта район мәҙәниәт йортонда үткән "Йыл уҡытыусыһы – 2020" һәм "Йыл тәрбиәсеһе – 2020" бәйгеләренең йомғаҡлау тантанаһына конкурсанттарҙан тыш, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр, мәғариф ветерандары, ауыл биләмәләре башлыҡтары саҡырылғайны.
Райондың мәғариф бүлеге етәксеһе Нелли Рәхмәтуллина:
– 2020 йылға районда мәғарифты үҫтереү буйынса план ҡабул ителде. Бөгөн уҡытыусыларҙың уртаса йәше 43-45-кә тигеҙ. Шуның өсөн мәктәптәргә яңы технологиялар индереүе ҡыйыныраҡ. Коллективта тәжрибәле өлкән йәштәге педагогтар ҙа, йәштәр ҙә булырға тейеш. Уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр – улар йәш быуынды тәрбиәләүсе, ғөмүмән, беҙҙең киләсәгебеҙгә ҙур йоғонто яһайҙар, – тип педагогтарҙың һәм тәрбиәселәрҙең эшен юғары баһалап, уларға рәхмәттәрен белдерҙе.