Ябай ауыл малайының Мәскәүҙә юғары уҡыу йорто бөтөп, ҡабатланмаҫ халыҡсан образдары аша башҡорт театры сәнғәтен ил кимәленә күтәреүе данлы Салауат төйәгенең таланттарға бай булыуын йәнә иҫбатлай. Күренекле актер Хәмит Яруллинға 25 февралдә 81 йәш тулған булыр ине. Ләкин арҙаҡлы яҡташыбыҙ былтыр июндә арабыҙҙан китте.
Уның Малаяҙҙа район мәҙәниәт йортонда үткән Хәтер кисәһенә бик күп халыҡ йыйылғайны. Өфөнән ҡыҙы Гөлнара Яруллина, Мәсетленән бер туған апаһы Гөлфаруан Ғәләева, бер туған ағалары-апаларының балалары: Малаяҙҙан Урал Әхтәров, Өфөнән Финзира Хәйрисламова, Рәйсә Ильясова, Ҡыйғынан Аймара Нуруллина, Ахундан Альмира Исхаҡова, Зөлхиә Әхтәмова, Нурислам Мөхәмәтшин, Сәмғиә, Ләмғиә һәм еңгәһе Мәҙинә Яруллиналар ашҡынып килгәйне. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Әхәт Хөсәйенов, Светлана Хәкимова ла актерҙың Хәтер кисәһендә ҡатнашты.
Кисәлә Хәмит Яруллиндың тормош һәм ижад юлын яҡтыртҡан “Ҡаратау шоңҡары” тип аталған документаль фильмдың премьераһы күрһәтелде. Был фильмды Зөһрә Бураҡаеваның сценарийы буйынса “Башҡортостан” киностудияһы режиссеры Радик Килмәмәтов актер һәм уның ҡатыны, Башҡортостандың дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Зилара Әйүпованың иҫән сағында төшөргән. Ҡыҫҡа ғына документаль кинокартина аша арҙаҡлы яҡташыбыҙ тураһында күпте белергә мөмкин. Хәмит (Хәмиҙулла) 16 балалы ғаиләлә 15-сеһе булып үҫкән. Атаһы Ғатаулла районда тәүгеләрҙән булып урман хужалығын ойоштороусы ла, оҫта тимерсе лә булған. Фильмда сәнғәт әһеленең бар тормош юлы, ижади эшмәкәрлеге сағыла. Ул тыуған ауылы Ахунда төшөрөлгән. Режиссер Радик Рәмил улы әйтеүенсә, Хәмит Яруллин менән ул 1995 йылдан бирле таныш. Шуға фильм төшөрөү тураһында күптәнге ниәтен бер нисә йыл элек ғәмәлгә ашырған. Үкенескә күрә, Хәмит ағай ғына иҫән сағында уны тулыһынса ҡарай алмай китеп барҙы.