Янғын хәүефһеҙлеге талаптары үтәлмәгән
Прокуратура тәүлек әйләнәһенә кешеләр булған учреждениеларҙа тикшереү үткәреп, уларҙа янғын хәүефһеҙлеге буйынса талаптарҙың боҙолоуын асыҡланы.
Әлкә урта мәктәбе интернатында тышҡы янғын хәүефһеҙлеге һыу тәьминәте ҡоролмаһы һәм уға барыу юлы ҡарҙан таҙартылмаған. Был янғын һүндереү техникаһына һыу алырға инеү өсөн ҡаршылыҡ тыуҙыра. Арҡауыл урта мәктәбе интернатында төҙөк түгел ут һүндергестәр (огнетушитель) ҡулланылған.
Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ ауылындағы филиалында эвакуация сығыу урындары ишектәренең ҡаршылыҡһыҙ асылыуы тәьмин ителмәгән.Тикшереү мәлендә филиалда ут һүндергестәр булмай сыҡты, улар ҡабат тултырыу өсөн ебәрелгәйне.
Лағыр ауылындағы VII төрҙәге Боксит махсус (коррекция) дөйөм белем биреү мәктәп-интернатындағы янғын хәүефһеҙлеге буйынса яуаплы кеше уҡытылмаған булған.
“Газпромтрансгаз Өфө” ЯСЙ-ның Арҡауыл ЛПУ-һы ятағындағы янғын щитына бөтә кәрәкле ҡорамалдар ҡуйылмаған. Малаяҙ үҙәк район дауаханаһы һәм уның Татар Малаяҙындағы инфекция бүлексәһендә автоматик янғын сигнализацияһы төҙөк түгел көйө торған.
Асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн атап үтелгән ойошма етәкселәренә прокуратура 6 күрһәтмә индерҙе.
Нияз Фәйезов,
район прокуроры ярҙамсыһы.