Бәйгеләрҙә һинең йырҙарың…

Хәбир Ғәлимовтың бала сағын һүрәтләгән был сценарийҙа төрлө класс уҡыусылары ҡатнашты. Боронғо уйындар уйнанылар, халыҡ йырҙарын да башҡарҙылар. Бигерәк тә 1-се класс уҡыусыһы Нил Бәшировтың яҡташыбыҙ репертуарынан “Ялсығол” йырын башҡарыуы айырыуса оҡшаны. Уға музей фондынан махсус бүләк һәм Маҡтау ҡағыҙы тапшырылды.
Художество етәксеһе Рәүиә Яныбаева халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙы берәм-берәм сәхнәгә саҡырып, улар тураһында һөйләп, йырҙарҙың йөрәктән сыҡҡан моңдары менән һоҡланып, матур-матур һүҙҙәр менән аңлатып, бәйгене бик оҫта итеп алып барҙы.
Үҙенең скрипка моңо менән сәхнәне биҙәгән Зөбәржәт Ғәйфуллинаның сығышын халыҡ алҡышлап ҡаршы алды. Земфира Әхтәрова ла, Хәбир Ғәлимовтың пианинола уйнағанын һөйләп, “Былбылым” йырын башҡарҙы. Ә инде башҡа бәйгеселәр ҙур оҫталыҡ менән “Уралым” йырын йырланы. Һөҙөмтәлә Янғантауҙан Азамат Нуриев Гран-при яуланы, Ишембайҙан Винер Ҡәҙербаев 1-се урын алды. Икенсе урынға Мәсетле егете Вадим Хизбуллин “Арғужа” йырын башҡарып сыҡты. Ә инде Лағырҙан Гөлсәсәк Нурмөхәмәтова ҡарт олатаһының яратып йырлаған “Сәлимәкәй”ҙе башҡарып, 3-сө урынға лайыҡ булды.
“Һирәк йырланған йыр” номинацияһында – “Болон”до йырлап, Арҡауылдан Гөлназ Мөхәмәтйәнова, “Үҙенсәлекле башҡарыусы” номинацияһында “Оло юлдың туҙаны” йыры менән Сәбилә апай Хәсәнова (Ҡарағол), ә Иҙелбайҙан Люциә Нафиҡова Хәбир Ғәлимов репертуарынан “Һандуғас” йырын оҫта башҡарыусы” номинацияһында еңеп сыҡты. Шулай уҡ Хәбир Ғәлимовтың бер туған энеһе Барый Ғәлимовтың улы Баязит –“Ҡаҙ ҡанаты”, ҡыҙы Ғәтиә –“Оҙата барма”, Тирмәндән Нурия Бикамова –“Иртә лә генә торһам”, Лағырҙан Эльза Басирова “Ҡоштар кеүек” халыҡ йырҙары менән бәйгелә ҡатнашҡандары өсөн бүләкләнделәр.
Ауыл хакимиәте башлығы Зәбир Ситдиҡов байрам менән ҡотлап китһә, район мәҙәниәт бүлеге вәкиле Милә Алкина Дипломдар һәм бүләктәр тапшырҙы. Саҡырылған ҡунаҡтарҙы Лағыр урта мәктәбендәге Тыуған яҡты өйрәнеү һәм Хәбир Ғәлимовтың музейҙары менән таныштырҙылар.
Ауыл халҡы, ҡунаҡтар, бәйгелә ҡатнашыусылар, Хәбир Ғәлимовтың туғандары конкурсты ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп таралды.
Илебеҙгә билдәле
Лағырҙың артистары:
Хәбир ағай, Закир ағай,
Риф менән Иректәр,
Рафиға, Фәриҙә, Азамат
һәм Ринат,
Илгиз менән бейеүсе Шәһит кеүектәр,
тип кисәне тамамлап, киләһе йылға ла бәйгелә ҡатнашырға теләүселәрҙе саҡырып ҡалдыҡ.
Мәүлиә Яруллина.
Лағыр ауылы.