Һылыуҡайҙар сыға бәйгегә
5 мартта район мәҙәниәт йортонда “Салауат һылыуы” гүзәллек бәйгеһе үтәсәк.
Конкурста һайлап алыу турын үткән һигеҙ һылыу финалда көс һынашасаҡ. Был юлы бәйге башҡорт, татар, рус ҡыҙҙары араһында уҙғарыла. Һылыуҡайҙар финалда үҙ телендә үҙен таныштырыу, йыр-бейеү, актерлыҡ этюды, дефиле, ҡул эштәре буйынса ярышасаҡ.
“Салауат һылыуы” гүзәллек бәйгеһе 16.00 сәғәттә башлана.
Үҙ хәбәрсебеҙ.