“Барыһы менән аулаҡта…”
Был күргәҙмә “Ағиҙел” республика халыҡ ижады үҙәге фотоклубының 40 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҡуйылды. Фоторәссамдың билдәле сәйәсмәндәр, күренекле шәхестәр, ябай кешеләр, тәбиғәт, иҫтәлекле урындарҙы һ.б. күренештәрҙе төшөргән фотоһүрәттәре музей фойеһы стеналарында урын алды. Күргәҙмәне асыу тантанаһына Балалар сәнғәт мәктәбе һәм Балалар ижады йорто тәрбиәләнеүселәре, сәнғәт һөйөүселәр саҡырылды. Район башлығы урынбаҫары Владислав Килдейәров, Салауат Юлаев музейы директоры Зилә Садиҡова ла сарала ҡатнашты.
Фоторәссам тәҡдиме буйынса ҡыҙыл таҫманы иң йәш рәссамдар ҡырҡты. Артабан Рәмил Исмәғил улы ҡунаҡтарҙы үҙ эше менән таныштырҙы, ижади пландары менән уртаҡлашты. Салауат Юлаев музейына үҙенең фотоальбомдарын бүләк итте. Һуңынан йәш рәссамдар һәм һәүәҫкәр фото төшөрөүселәр менән осрашыу булды.
Рәмил Исмәғил улы Килмәмәтов – Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Рәсәй фоторәссамдары союзы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Республика халыҡ ижады үҙәгенең кинофото бүлек мөдире.
Таймас Райманов.