Эш бөткәс, уйнарға ла ярай
спорт-мәҙәни саралар үтте.
26 – 28 февралдә Башҡортостанда “Реаль эштәр”ҙең Берҙәм көнөнә арналған төрлө саралар булды. Ул былтырғы “Реаль эштәр” проектын ғәмәлгә ашырыуҙы йомғаҡлауға арналды. 2015 йылда республикала ошо проект буйынса күпселек актуаль мәсьәләләр хәл ителде. Беҙҙең районда ла “Реаль эштәр” ярҙамында һигеҙ объект сафҡа инде.
Шуларҙың береһе – Малаяҙ ауылында 1-се урта мәктәп эргәһендә спорт майҙансығы төҙөлдө. Мәғлүм булыуынса, ул былтыр Республика көнөндә тантаналы шарттарҙа асылғайны. “Реаль эштәр” көнөндә майҙансыҡта “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе призына мини-футбол ярышы уҙғарылды.
– Был программа юҡҡа ғына “Реаль эштәр” тип аталмаған. Партия ошо проектты уңышлы атҡарып сыҡты, һәм ул әлеге социаль объекттар миҫалында сағыла, – тине район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов спорт сараһын асыу тантанаһында. – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Э. В. Ҡолмөхәмәтов һәм Р. О. Рамазанов ярҙамы менән программа буйынса районға 1, 4 млн. һум финанс бүленде. Проект быйыл да дауам итәсәк.
Спорт майҙансығы малаяҙҙар өсөн бик кәрәкле урын булып тора. Ауыл Советы депутаты, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Павел Томилин үҙ сығышында белдереүенсә, объект бер ваҡытта ла буш тормай, беҙҙә футбол уйнарға яратыусылар күп. Киләсәктә иһә бында ГТО нормативтарын тапшырыу үҙәге лә буласаҡ.
Сараны асыу мәлендә “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Маргарита Сәфәрғәлина, Салауат ауыл биләмәһе башлығы Раушания Уральская ла ҡатнашты. Артабан Малаяҙ башҡорт гимназияһы һәм 1-се урта мәктәп уҡыусыларынан тупланған ДЮСШ малайҙар командалары майҙансыҡта мини-футбол уйнаны.
25 – 27 февралдә “Реаль эштәр” көнөнә ҡарата депутаттар, партия ағзалары ҡатнашлығында Ишембайҙа – баскетбол, Йыланыш мәктәбендә – волейбол, Мөрсәлимдә саңғы ярыштары үтте. Таймый, Тирмән һәм Янғантау ауылдарында балаларға байрам ойошторолһа, Мәсетле ауылында йәрминкә булды. Үрҙә атап үткән ауылдарҙа былтыр проект буйынса мәктәп спорт залдары, һыу башнялары төҙөкләндерелгәйне, балаларға уйын майҙансыҡтары ҡуйылғайны.
Айҙар Ноғаманов.