Яҙын, һауа температураһының ҡапыл күтәрелеүе һәм ҡарҙың тиҙ иреп йылғаларға ағыуы арҡаһында, һыу баҫыу ҡурҡынысы килеп тыуа.
Ташҡындың төп сәбәптәре: оҙайлы ҡойма ямғырҙар, ныҡлап ҡар иреүе, өйәр һыуҙарының йылғаға төшөүе, боҙ тығындары, гидротехник ҡоролмаларҙың йырылыуы, ер аҫты һыуҙарының күпләп өҫкә сығыуы. Тәбиғәттең был кире холҡона әҙер булыу өсөн ташҡын осоронда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен белергә кәрәк.
Яҙғы ташҡынға тиклем ни эшләргә?
Ғаилә ағзаларын ойошторолған һәм индивидуаль эвакуациялауҙа үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләренә төшөндөрөгөҙ. Шулай уҡ ҡапыл һәм ныҡлап килеп тыуған һыу баҫыу мәлендә ни эшләргә кәрәклегенә лә өйрәтегеҙ.
– барлыҡ эре һәм ҡиммәтле әйберҙәрҙе сарҙаҡҡа йәки башҡа хәүефһеҙерәк урынға күсерергә;
– йорт хайуандарын да ҡурҡыныс булмағаныраҡ ергә ҡыуырға;
– мөгәрәптән запас аҙыҡ-түлекте сығарырға;
– ихаталағы кәрәк-яраҡты һыу ағыҙып китмәҫлек урынға алып ҡуйырға;
– төҙөк булған йөҙөүсе ҡулайламаны – кәмә, һалды әҙер тоторға кәрәк.
Нимәне әҙерләп ҡуйырға?
– ҡиммәтле әйберҙәр, документтар һәм иң тәү кәрәкле предметтар һалынған сумка (рюкзак);
– өс көнгә етерлек аҙыҡ-түлек запасы, йылы кейемдәр, гигиена сараларын полиэтилен пакетҡа төрөргә;
– аптечка, шәм, запас батареялары менән фонарик;
– йорт-ҡаралтыны боҙолоуҙан һаҡлау өсөн инвентарь;
– өй ҡыйығы йәки сарҙаҡҡа менергә баҫҡыс, шулай уҡ уны йәшенгән урындан ҡотҡарыу сараһына күсеү өсөн дә ҡулланырға мөмкин.
Әгәр йортоғоҙҙо һыу баҫһа…
– газ, һыу һәм электр утын һүндерергә;
– мейесте һүндерергә;