Февраль һәм март айҙары башҡорттарҙың милли спорт төрө – көрәш буйынса үткәрелгән ярыштарға бай булды. Беҙҙең Салауат районы егеттәре был турнирҙарҙа әүҙем ҡатнашып, һынатманы.
19-20 февралдә Октябрьский ҡалаһында үткән турнирҙа Янғантау ауылынан Максим Манкеевич чемпион исемен яулап, республиканың йыйылма командаһына инде. Ул Башҡортостандың һәм Салауат районының данын Рязань ҡалаһында яҡлаясаҡ.
3-4 мартта Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Гөлүс Әғзәмов иҫтәлегенә ойошторолған турнирҙа беҙҙең команда ла көсөн һынаны. Һөҙөмтәлә 31 команда араһынан беҙҙең спортсылар 2-се урын яуланы. Егеттәр Айнур Сәйетғәлин (Мөрсәлим) 2-се, Алмаз Баһауетдинов (Арҡауыл), Илнур Мостафин (Лағыр) 3-сө урынға лайыҡ булһа, Илмир Вәлиев, Салауат Хужин, Артур Нурғужин барыһы ла – Лағырҙан, һәм Илфат Шәрәфетдинов (Әлкә) яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.
11-12 мартта Ҡырмыҫҡалыла генерал Миңлеғәле Шайморатовтың иҫтәлегенә бағышланған ярышта ла беҙҙең егеттәр республикала үҙҙәрен иң көслө, шәп спортсылар итеп танытты.
Бил бирмәҫ, ныҡышмал спортсыларыбыҙ Данил Ғимранов (Янғантау) 1-се, Батыр Мөхәмәҙиев (Тирмән) – 2-се, Вадим Фәссәхов (Лағыр) – 4-се, Дамир Ваһапов (Лағыр) – 3-сө, Илназ Ғәлимов (Таймый) 4-се урын яуланы. Чемпион исеменә лайыҡ булған Данил Ғимранов Ҡазан ҡалаһында үтәсәк турнирҙа ҡатнашып, Рәсәйҙең иң көслө спортсылары менән көс һынашасаҡ. Яҡташтарыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотлап, уларға тағы ла яңы үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ.
Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.